Башҡортостанда һыу баҫыу сәбәпле ғәҙәттән тыш хәлдәргә ҡаршы саралар күрелә
Уҙған тәүлектә Башҡортостанда 112 системаһының шылтыратыуҙарҙы эшкәртеү үҙәгенә һыу баҫыу тураһында 21 хәбәр килгән. Архангел, Белорет, Благовар һәм Кушнаренко райондарында йорт алды участкалары һыу эсендә ҡалған. Әлшәй, Архангел, Ауырғазы, Белорет, Ғафури, Ҡырмыҫҡалы, Салауат һәм Саҡмағош райондарында төбәк һәм муниципаль-ара әһәмиәттәге 9 автомобиль юлы участкаһын һыу баҫҡан.