Баш ҡаланың «Дуҫлыҡ» монуметы эргәһендә боҙ тығындары күҙәтелә
Уҙған тәүлектә 112 системаһының шылтыратыуҙарҙы эшкәртеү үҙәгенә һыу баҫыу тураһында 23 хәбәр килгән. 14 муниципаль берәмектә 21 хәл контролдә тотола. Бөгөн «Дуҫлыҡ» монуметы эргәһендә боҙ тығындары күҙәтелә. Быға бәйле һыу кимәле күтәрелә. Әлеге ваҡытта килеп тыуған проблеманы боҙҙо онтап бөтөрөргә тырышалар. Белгестәр билдәләүенсә, боҙҙоң күпер һәм торлаҡ йорттар янында тығылыуын иҫәпкә алып шартлатыу кеүек ысулдарҙы ҡулланырға ярамай.