Радий Хәбиров ташҡынға һәм янғын хәүефе осорона әҙерлек буйынса федераль кәңәшмәлә ҡатнашты
Радий Хәбиров видеоэлемтә режимында ташҡынға һәм янғын хәүефе осорона әҙерлек буйынса федераль кәңәшмәлә ҡатнашты. Сараны Рәсәй Хөкүмәте рәйесе урынбаҫары Дмитрий Патрушев үткәрҙе. Ҡышҡы йылы һауа торошо арҡаһында быйыл ташҡын ғәҙәттәгенән иртәрәк башланды. Дөйөм алғанда, әле хәл тотороҡло, әммә март аҙағында илдең Европа өлөшөнөң көнсығышында һәм Көньяҡ Уралда һыу кимәле киҫкен билдәләрҙән артыр тип көтөлә. Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса баш идаралығы начальнигы ярҙамсыһы Ленар Вәхитов һөйләй.