Щоу "Салям". Студия ҡунағы - Сәлимә Усманова
Иртәгә, 18 апрелдә Башҡортостанда Милли кейем көнө билдәләнә. Ошо уңайҙан бар тамашасыларыбыҙҙы эшкә, уҡыуға милли кейемдә, йәки милли биҙәктәр тағып барырға саҡырабыҙ. Көн милли рух менән биҙәлеүен теләп, бөгөндән был турала иҫкәртергә булдыҡ. Студиябыҙҙа ҡунаҡта Милли кейемдәр буйынса белгес, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Сәлимә Усманованы сәләмләйбеҙ.